Башҡортостан Ҡытайҙың Шаньдун провинцияһы менән хеҙмәттәшлек итә

Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республиканың агросәнәғәт комплексы  мөмкинлектәре  менән таныштырҙы.  Уның әйтеүенсә, Башҡортостан Ҡытайға етен, киптерелгән һөт,  көнбағыш һәм рапс  майы һата. Беҙҙә  сифатлы продукция етештерелә. Тауар шулай  уҡ  Һиндостан, Пакистан, Афғанстан, Африка дәүләттәренә  оҙатыла. Төрлө йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ, - тине Илшат Фәзрахманов. Шаньдун вәкилдәре билдәләүенсә, провинцияла  100 миллионндан ашыу  кеше  йәшәй. Шуға  ауыл хужалығы  продукцияһына  ихтыяж ҙур.  Эшкәртеү өсөн мөмкинлектәр бар, күпләп сеймал кәрәк. Башҡортостан менән был өлкәлә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҙур.