Стәрлетамаҡ һәм Раевка араһында 5 километр юл ремонтланды

  Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса башҡарылды. Рязановка һәм  Түбәнге  Уҫылы  ауылдары  араһы  тәртипкә  килтерелде. - Был трассанан  Әлшәй һәм  Стәрлетамаҡ  райондары  халҡы йөрөй. Тәүлегенә  16 мең машина үтә, тип хәбәр итәләр, Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.