"Роснефть"кә ҡараған «Башнефть» ойошмаһы Өфө дәүләт нефть техник университетының тау-нефть факультеты "Геофизик тикшеренеү ысулдары" кафедраһында яңы лаборатория асты. Лаборатория тулыһынса Рәсәй ҡорамалдары, мәғлүмәттәрҙе теркәү системалары, скважиналы геофизик приборҙар менән йыһазландырылған. Сара барышында шулай уҡ "Башнефть- Геофизика" база кафедраһын булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, ул «Башнефть-ПЕТРОТЕСТ» компанияһы өсөн геологтар, петрофизиктар һәм башҡа белгестәр әҙерләй. Буласаҡ инженер-геофизиктар скважиналарҙы геофизик тикшереү мәғлүмәттәрен анализлау һәм интерпретациялау кафедраһында уҡый, махсус ҡорамалдар менән эшләү күнекмәләрен үҙләштерә. Яңы лабораторияны йыһазландырыу промысла геофизикаһының бөтә йүнәлештәре буйынса практик дәрестәр үткәрергә мөмкинлек бирә. "Роснефть" һәм Өфө нефть техник университеты сирек быуат дауамында квалификациялы кадрҙар әҙерләү, фәнни һәм инновацион өлкәлә уңышлы хеҙмәттәшлек итә.