Рейтинг һөҙөмтәләрен Рәсәй кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зона ассоциацияһы ярҙамында Дәүләт Думаһының иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы Юғары советы бюроһы комиссияһы эксперт советының берлектәге ултырышында иғлан иттеләр. Системалы, маҡсатлы эшләгәндәр генә уңышҡа өлгәшә. Туҡталмайынса алға барыу зарур. Беҙҙең махсус иҡтисади зона тап шуны раҫлай. «Алға» рейтингтың махсус номинацияларында еңгәйне инде, ике тапҡыр әүҙем үҫешеүсе биләмә тип табылды һәм бына хәҙер-тәүге өсәү иҫәбендә,-тип билдәләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.