Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәләренә муниципаль миҙалдар тапшырыла

Бөгөнгә бындай наградаға дүрт тиҫтәнән ашыу гүзәл зат вәкиле лайыҡ булған. Урындағы хакимиәт башлығы Гүзәл Насирова «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһе» миҙалын Рәхилә Низамоваға ла тапшырҙы. Уның улы әлеге ваҡытты илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлай. Заман геройҙарын тәрбиәләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләү тантаналары райондың башҡа ауылдарында ла үтте.