Был осорҙа Башҡортостандан 3 мең ярым егет һалдат итеге кейәсәк. Улар сафында Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан 10 егет тә бар. Ватан һағы оҙатыу тантанаһынан киләһе репортаж.
Һалдат бурысын үтәргә әҙер егеттәр хеҙмәткә алыныр алдынан ныҡлы психологик тикшеренеү, тейешле медицина комиссияһын үтеп, хәрби комиссарҙан кәңәш алғандан һуң 10 егет Республика йыйылыу пунктына оҙатылды. Тантаналы шарттарҙа уларға хәрби билеттар тапшырылып, өгөт-нәсихәттәр әйтелде.
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу саралары Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән ваҡытта һәм планлы тәртиптә башҡарыла. Армияға алынғандар, һөнәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй биләмәһендәге подразделениеларҙа хеҙмәт үтәсәк, ә әрмеләге мөҙҙәттәре тулғандар йәшәгән урындарына ҡайтасаҡ.
Көҙгө саҡырылыш кампанияһы башланғандан алып Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ һәм Йылайыр районының хәрби комиссриатынан 100-гә яҡын һалдат илдең төрлө ғәскәрҙәренә хеҙмәткә ебәрелгән. Егеттәр һаулыҡтарына, белемдәренә, әхлаҡи сифаттарға, ғаилә хәленә ҡарап төрлө ғәскәрҙәргә бүленә.
Рүзилә Ғүмәрова