Стәрлетамаҡта «Ҡаҙ 2.0» фествиале гөрләне

Ике көн дауам иткән сара йәмәғәт туҡланыу өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙарҙы, ҡул оҫталарын, ижади коллективтарҙы берләштерҙе. Ҡаланың символы-ҡаҙға бағышланған байрамдан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Зөбәйҙә Үтәева-туҡланыу нөктәһе тотҡан ҡыҙына ярҙамылашырға тип һатыуға сыҡҡан. Кәштәлә бер нисә төрлө ит һәм, әлбиттә, ҡаҙ ҙа бар. Фестивалдең тәүге сәғәттәрендә үк 15 ҡаҡланған ҡоштоң бишәүе һатылып та өлгөргән.

Сара барышында халыҡ дегустацияһы һәм иң яҡшы ризыҡ өсөн тауыш биреү ҙә ойошторолдо. Ҡаҡланған, туңдырылған ҡаҙҙарҙан алып, ҡоштар төшөрөлгән сувенирҙарға һәм кейемдәргә тиклем. Стәрлетамаҡтың Салауат Юлаев скверында «Ҡаҙ 2.0» фестивале үтте. Гастрономия, һөнәрселек һәм мәҙәни күңел асыуҙарҙы үҙ эсенә алған байрамда 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Һөнәрселек һәм сауҙа майҙансығы ла бай булды. Стилләштерелеп бәйләнгән шәл, үҙенсәлекле йомшаҡ һәм шыршы уйынсыҡтары тәҡдим ителде. Уларҙың күбеһен стәрлетамаҡ оҫталары үҙҙәре эшләгән. «Ҡауырһындарҙағы мөғжизә» карнавалы сараның кульминацияһына әйләнде. Ҡаҙ булып кейенеп килгән һәр кемдең костюмы үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ.

Стәрлетамаҡтың ижади коллективтары фестивалгә айырыуса йәм өҫтәне. Күңелле йыр-бейеүҙәр, әйлән-бәйләндән бер кем дә ситтә тороп ҡала алманы.

Әлфинә Килдейәрова