Ғафури районы Толпар ауылында йәшәүсе ғәҙәти булмаған табышҡа юлыҡҡан.

Өй хужаһы һыйырын һуйғас, малдың ҡарынынан ҙур күләмдә аҡса килеп сыҡҡан. Йорт хайуаны һәр ваҡыт сүплектә йөрөргә яратҡан. Шуға ла уның эсендә 30 килограмм самаһы ҡый йыйылған булған. Ә иң мөһиме улар араһында 5 мең һумлыҡ аҡсалар менән янсыҡ табылған. Шулай уҡ документтар ҙа була, эҙләгән кеше миңә мөрәжәғәт итһен,-тип ауылдаштарына видеояҙма яҙҙырған һыйыр хужаһы.