Өфөлә Ейәнсура районы яҡташтар ойошмаһының осрашыуы уҙғарылды

Дебет шәл менән дан тотоусылар. Өфөнөң «Химиктар» мәҙәниәт һарайында Ейәнсура районы яҡташтар ойошмаһының осрашыуы уҙғарылды. Сара Өфөлә йәшәгән яҡташтарҙы һәм муниципалитеттан сыҡҡан кешеләрҙе берләштерҙе. Ейәнсуралар осрашыуы хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Башҡортостандың Ейәнсура районы Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Республиканың көньяҡ ҡапҡаһы булған районда эшҡыуарлыҡ йылдам темптар менән үҫешә. Район эшҡыуарҙары өфөлөләргә үҙҙәре етештергән продукцияны тәҡдим итте. Ҡалала йәшәүселәр һәләтле яҡташтары тырышлығы менән эшләнгән сувенир продукцияһын һәм Ейәнсура районы бренды булған дебет шәлдәр һатып алды.

Ейәнсуралар осрашыуында махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә менән дә танышырға мөмкин ине. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ирекмәндәр әҙерләгән

окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәренән тыш, трофей техникаһы ла ҡуйылғайны. Үҫәргәндәр илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған яугирҙарҙы ла онотмай, ғаиләләренә ярҙам ҡулы һуҙа. Сарала былтыр махсус хәрби операцияла һәләк булған яҙыусы Сабит Фазлыевтың иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе лә тикшерелде. Эшҡыуарҙар ҙа яҡташтары менән осррашыуға эшлекле тәҡдимдәр менән килгән. Район хакимиәте башлығы менән осрашыуҙа үҙенсәлекле проекттары һәм киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты..

Ейәнсура ере Башҡортостанға иң күп зыяллылар биргән төбәк. Улар иҡтисад, сәйәсәт, һаҡлыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендә алдынғылар.

Хәҙерге ваҡытта район иҡтисады һөт һәм ит йүнәлешендәге малсылыҡта һәм һарыҡсылыҡта махсуслаша. Бынан тыш игенселек һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтерелә. Муниципалитет урмансылар династияһын дауам итеүсе билдәле яҡташтары менән дә ғоруплана.

Йырҙар авторы, һәүҫкәр композитор- башҡарыусы Айнур Аҙнабаев яҡташтарына гармун күректәрен тартып моң өлөште. Сараға килеүселәрҙе бер аҙға ғына булһа ла тормош мәшәҡәттәрен арындырып, һағыштарын таратырға саҡырҙы.

Ейәнсуралар осрашыуы район ҡаҙаныштарын, уңыштарын барланы, олоһо-кесеһе бер төптән Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырышлыҡ һаласаҡтары хаҡында белдерҙе. Халыҡ саранан юғары маҡсаттар ҡуйып, рух уүтәреңкелеге менән таралды.

Гүзәл Борханова