«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы үҙенең юбилей йылын юғары күтәренкелектә тамамланы

Бер төркөм радио хеҙмәткәрҙәре Дәүләт-Йыйылышы-Ҡоролтай, Башҡортостан Хөкүмәте, төрлө министрлыҡ-ведомстволарҙың Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары менән бүләкләнде. «Юлдаш»тар 25 йыллыҡта ла «Беҙ бергә» девизына тоғро ҡалып яратҡан тыңлаусыһы менән бергә билдәләне. Эфир аша үткәрелгән төрлө конкурстарҙан тыш, 6 меңдән ашыу тамашасы йыйып күләмле концерт та ойошторҙо, республика төбәктәре буйлап хәйриә сараларына ла сыҡты. Әлбиттә, был һанап үтелгәндәрҙең ҡайһы берҙәре генә. Йыл аҙағына тиклем радио хеҙмәткәрҙәре тағы ике мөһим проектын ғәмәлгә ашышырға йыйына.