Радий Хәбиров ил Хөкүмәте делегацияһы составында эш сәфәре менән Үзбәкстанда булды

Бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ил Хөкүмәте делегацияһы составында эш сәфәре менән Үзбәкстанда булды. Төбәк етәксеһе Ташкентта Рәсәй һәм Үзбәкстан араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссия ултырышында ҡатнашып, Үзбәкстан Президенты менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе булараҡ сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһы төҙөлдө. Документ сәнәғәт кооперацияһы һәм инвестиция сәйәсәте, агросәнәғәт комплексы, сауҙа, туризм, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәләрендә һәм башҡа йүнәлештәр буйынса үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.

Үзбәкстан Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә етенсе урынды биләй. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ул 16,7 процентҡа үҫеш менән 198 миллион доллар самаһы тәшкил иткән. Республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров етәкселегендәге рәсми делегация составында Үзбәкстан Президенты Шәфҡәт Мирзиёев менән осрашыуҙа ҡатнашты. Көн тәртибенә иҡтисадтың өҫтөнлөклө йүнәлештәрендә берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу, мәғариф һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре сығарылды. Яҡтар тауар әйләнеше динамикаһын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән саралар ҡабул итеү, индустриаль биләмәләрҙе үҫтереү йәһәтенән кооперацияны йәнләндереү, төбәктәр һәм бизнес кимәлендә бәйләнештәрҙе арттырыу тураһында килеште.

Радий Хәбиров Үзбәкстан менән Рәсәй араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссияның 26-сы ултырышында ла ҡатнашты. Уны ил Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров менән Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев үткәрҙе. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ике дәүләт араһында тауар әйләнеше биш проценттан ашыуға артып, 10 миллиард долларҙан ашып киткән. Быйыл 9 айҙа үҙ-ара сауҙа күләме тағы ла һигеҙ процентҡа үҫкән. Экспорт һәм импорт та ыңғай динамика күрһәтә.

Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса Үзбәкстан һәм Башҡортостан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйылды. Шулай уҡ Радий Хәбиров Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев һәм Фирғәнә өлкәһе хакимы Хайрулло Бозоров менән дә осрашып, эшлекле һөйләшеүҙәр алып барҙы. Төбәк етәксеһе Үзбәкстанға эш сәфәрен үтә лә һөҙөмтәле булыуын белдерҙе.

Башҡортостан менән Үзбәкстан музей эше һәм археология өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек нығыта. Ташкентта Радий Хәбиров яңы төҙөлгән ислам цивилизацияһы үҙәген барып күрҙе. Был локация бөтә донъя тарихсыларын йәлеп итеүсе урын буласаҡ. Әлегә объект рәсми асылмаған, ләкин респулика делегацияһына ул эске яҡтан да күрһәтелде. Бина Үзбәк архитектураһы менән заман технологияларын ҡулланып эшләнгән. Бер ҡыйыҡ аҫтында музей һәм фәнни эҙләнеү комплексы урынлашҡан. Һирәк йылъяҙмалар, китаптар тупланмаһы, реставрациялау оҫтаханаһы, һанлы форматҡа күсереү лабораторияһы ла бар. Үҙәккә Изге Ҡөръән- Усмандың нөсхәһе урынлаштырылған.

Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Үзбәкстан тәжрибәһен ҡулланыу, музей һәм археология белгестәре араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү бурысы ҡуйылған.

Ике республиканың сауҙа-иҡтисади бәйләнештәре генә нығынып ҡалмай, туризм өлкәһендә лә үҙ-ара мөнәсәбәттәр яйға һалына. Башҡортостан властары шулай уҡ фәнни-мәғариф һәм мәҙәни-гуманитар бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә ҙур иғтибар бүлә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла республикабыҙҙан сыҡҡан шәхестәр менән бәйләнештә булырға тырыша.

Башҡортостан менән Үзбәкстандың төрлө өлкәләрҙә күптәнге үҙ-ара хеҙмәттәшлек тарихы бар. Сәнәғәт кооперацияһы айырым урын биләй. Ташкент өлкәһендә берлектәге индустриаль парк булдырыу өҫтөндә эш алып барыла. Үҙ сиратында Стәрлетамаҡта «Толпар» технопаркын булдырыу буйынса проект тормошҡа ашырыла. Күптән түгел Наманган өлкәһенең туҡыма етештереү предприятиеһы Өфөлә үҙ кибетен асты.

Флорида Ким