Ҡыш Бабайҙың тимер юл сәйәхәте дауам итә

Поезд 19 ноябрҙә Владивостоктан ҡуҙғалып китте. Бөгөн уны Барнаулда ҡаршыланылар, иртәгә ул Кулунда ҡалаһына барып етә. Поезд 20 мең километрҙан ашыу юл үтә, Рәсәйҙең 70 ҡалаһында туҡталыш яһай. 14 декабрҙә Ҡыш Бабайҙы Өфөлә, 15-ендә Стәрлетамаҡта көтәләр. Ҡыш бабай поезы туҡтаған һәр ҡала вокзалында артистар һәм аниматорҙар ҡатнашлығында ҡышҡы әкиәт мөхитенә сумырға мөмкинлек биргән күңелле байрам программаһы көтә”, - тип белдерәләр Рәсәй тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән.