Бөгөн Радий Хәбиров «Башҡортостандың креатив иҡтисады: трендтар, ҡиммәттәр, инструменттар, үҫеш» стратегик сессияһында ҡатнашты. Сара Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында ойошторолдо. Фекер алышыуға «Креатив иҡтисад» автономиялы коммерция булмаған ойошма етәксеһе Марина Монгуш менән Рәсәй президентының йәмәғәт проекттары буйынса идаралығы референты Владимир Костеев саҡырылды. Радий Хәбиров үҙенең сәләмләү һүҙендә Башҡортостандың илдең иң яҡшы өс креатив төбәге иҫәбенә инеүен һәм был өлкәлә Рәсәй милли премияһын алыуын билдәләне. Ул шулай уҡ креатив индустрияларҙы үҫтереү өсөн яңы саралар күреү мөһимлеге тураһында әйтте.