Шаран районының Мичуринск ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ҙә халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программала йыл һайын ҡатнаша. Быйыл уның ярҙамында Рождественка ауылының Тыныслыҡ һәм Дуҫлыҡ урамдарына ҡырсынташ түшәү күҙаллана. Айырыуса яҙлы-көҙлө һәм ямғырлы көндәрҙә кибеткә барыу ҙур проблемаға әүерелә, тип ауылдаштар. Һуңғы йылдарҙа Рождественкала күптәр еләк-емеш үҫтереү менән мәшғүл. Уңышты ситкә алып барып һатыу һәм ҡаланан килгән һатып алыусылар уңайлығы өсөн дә юлдарҙы төҙөкләндереү көнүҙәк мәсьәләгә әүерелгән.