Әбйәлил районы Әбйәлил ауылында йәшәүселәр МХО-ла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн кәбеҫтә тоҙланы

Әбйәлил районы Әбйәлил ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн кәбеҫтә тоҙланы. Был изге эштә урындағы дауахана коллективы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы студенттары һәм йәмәғәт алдынғылары әүҙемлек күрһәтте. Һөҙөмтәлә, дөйөм тырышлыҡ менән 80 банка файҙалы һәм витаминлы аҙыҡ әҙерләнгән. Әйткәндәй, Әбйәлилдәр «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла ҡатнаша. Шуға ла район-республика кимәлендәге сараларҙа улар даими сығыш яһай.