Башҡортостан граждандарҙы һәм хәрбиҙәрҙе яҡлау комитеты 35 йыллығын билдәләне

Байрам сиктәрендә илһөйәрлек темаһына арналған концерт ойошторолдо. Өс тиҫтә йылдан ашыу комитет ағзалары хәрби конфликт биләмәләрендә: Грузияла, Тажикстанда, Төньяҡ Кавказда, Көньяҡ Осетияла, Афғанстанда хәрби бурыстарын үтәгән яугир-яҡташтарға әүҙем ярҙам итә. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операциялағы яугирҙарға гуманитар ылауҙар ойоштора. Яугирҙар һәм һәләк булғандарҙың туғандары менән осрашыуҙар ойоштора, уларға төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итә. «Башҡортостан» концерт залы фойеһында комитет ҡарамағындағы «Әсәлек даны һәм һалдат хәтере» интерактив музейы ойошторған күргәҙмә менән танышырға мөмкин ине.Сара ирекмәндәрҙе, партнерҙарҙы һәм ҡунаҡтарҙы берләштерҙе, төбәктең патриотик ойошмалары менән бәйләнештәрҙе нығытты,күп йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен барланы.