Белоретта йылылыҡ биреү Башҡортостан етәкселеге контролендә

Уҙған төндә ҙур коммуналь авария һөҙөмтәһендә төбәктә 70-тән ашыу күп фатирлы йорт, шулай уҡ ике биҫтәләге социаль объекттар йылыһыҙ һәм эҫе һыуһыҙ ҡалды. Бөгөн ғәҙәттән тыш хәл урынына Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов килде. Урында оператив штаб булдырыған. Идара итеүсе компания сәғәт һайын фатирҙарҙағы температура режимын күҙәтеп тора. Прокуратура осраҡ буйынса тикшереү ойошторған.