Ял урынын төҙөкләндереү “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” милли проекты сиктәрендә үтә. Эшселәр яҡтыртыу таяуҙарын, гранит баҫҡыстарҙы яңыртҡан, фонтан һәм бордюр таштарын һүткән. Ҡар һәм һыуыҡтар - төҙөүселәргә ҡамасауламай, эш дауам итә. Масштаблы реконструкция тарихи өлөшөн һаҡлап, паркты тулыһынса тиерлек яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Проектҡа ярашлы, бер нисә зона булдырыласаҡ. Йәғни, аҫҡы өлөшөндә фонтандар, үҙәктә мемориаль аллея һәм өҫкө яҡта йәйәүлеләр өсөн урын төҙөү күҙаллана. Паркка Зәки Вәлиди урамы һәм Хөкүмәт йорто яғынан инеү урындары барлыҡҡа киләсәк. Туҡай урамында туристик павильон ҡуйыласаҡ. Төҙөкләндерелгән Ленин паркын киләһе йыл октябрҙә асыу күҙаллана.