Ул Башҡортостан Сәскәләре микрорайонында урынлашҡан, быйыл ноябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырылды. Корпус 180 балаға иҫәпләнгән. Республика Башлығы физкультура һәм музыка залдары, йоҡо бүлмәһен, медицина кабинетын, ашхананы ҡараны. Һәр береһе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Радий Хәбиров тәрбиәселәргә республика гранттар программаһында әүҙем ҡатнашырға тәҡдим итте. Киләһе йылда 75 грант бирелә, һәр береһенең суммаһы 575 мең һум. Республика Башлығы тәрбиәселәр һәм балаларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.