Башҡортостандың өс районында модулле ауыл мәҙәниәт йорттары файҙаланыуға тапшырылды

Улар Республика башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса совет ултырышы сиктәрендә видеоэлемтә аша Ишембай районының Яңы Һәйет, Мәсетленең Яңы Мөслим һәм Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылдарында асылды. Шулай уҡ сара барышында ауылға эшкә ҡайтҡан дүрт йәш белгескә берәр миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Земфира Рәшитова башҡорт халыҡ уйын ҡоралында донъяның ниндәй генә илендә сығыш яһамаған. Ҡурайҙы ул яңы кимәлгә күтәреп, милли музыка үҫешенә тос өлөш индереүгә өлгәште. Бөгөн «Хазина» этнопроекты менән замандашыбыҙ ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Земфира Мөҙәрис ҡыҙының тырыш хеҙмәте Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме менән билдәләнде.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында бер төркөм хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Башҡортостандың халыҡ, атҡаҙанған артисы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙе маҡтаулы исемдәре тапшырылды.

Ултырыш сиктәрендә, шулай уҡ быйыл республика ауылдарына эшкә ҡайтҡан дүрт йәш белгес айырым билдәләнде. Улар берәр миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Ә күңел биреп эшләрлек мөмкинлектәр республикала маҡсатлы алып барыла.

Совет ултырышы барышында ғына републиканың тағы өс объекты файҙаланыуға тапшырылды. Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылындағы күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто мәҫәлән, республика башлығының шәхсән күҙәтеүендә төҙөлгән.

Совет ултырышында йәштәрҙе үҫтереү һәм уларҙың башланғыстарын хуплауға ҡағылышлы фекерҙәр күтәрелде. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә эшләгәндәрҙе дәртләндереү буйынса яңы премиялар булдырыу һорауы ла, райондарҙан юллама буйынса уҡытыу мәсьәләләре лә уртаға һалып һөйләшелде.

Азат Ғәлиуллин