“Герой парталары” батырҙар тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлай. Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 5 батырҙың исеме мәңгеләштерелде. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.
Ҡаратал мәктәбендә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙар - Илшат Әминев, Юнир Хәмитов, Илфат Ҡоланбаевҡа “Герой парталары” асылды. Ошо белем усағының ҡыйыу сығарылыш уҡыусылары Рәсәй Ҡораллы көстәре менән контракт төҙөп ил һағына баҫа.
“Герой парталары” Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында ла асылды. Улар ирекмән Рөстәм Иҫәнғолов һәм мобилизацияланған Илгиз Ғәлин хөрмәтенә булдырылды.Сарала мәктәп коллективы, уҡыусылар, яугирҙарҙың ата-әсәләре, туғандары, яҡындары ҡатнашты.
Герой парталары артына уҡыу алдынғылары, активистар, олимпиада, конкурс еңеүселәре ултырасаҡ. Был проекттың төп маҡсаты ла - балалар һәм үҫмерҙәрҙә Ватан тарихына, илебеҙҙең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тәрбиәләү булып тора.
Рүзилә Ғүмәрова