Әбйәлил районы үҙәгендә Өс яугирга һәйкәл асылды

Монументта өс быуын ватан һаҡсылары һынландырылған. Иң артта 1812 йылдағы Ватан һуғышында «Төньяҡ амурҙары» исемен алған башҡорт яугиры, уртала Бөйөк Ватан һуғышы, иң алда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр һындары ҡойолған. Һәйкәлдең авторы Нияз Сибәғәтуллин. Ул үҙ эшен ватанды һаҡлаусылар быуындары бәйләнешенә арнаған. Скульптура Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге урам башында яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡындағы хәтерҙе мәңгеләштерә.

Был аҙнала Әбйәлил районына 95 йыл тулыуға арналған байрам саралары үтә. Юбилей уңайынан Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә стела ла асылды. Уның төҙөлөүен урындағы халыҡ күптән көтә ине. Объектты сафҡа индереүҙә эшҡыуарҙар, шул иҫәптән Магнигорск йүнселдәре лә ҙур өлөш индерә. Шулай уҡ хәҙер Әбйәлил районына инеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы тигән яҙыу ҡаршы ала.