Өфөнөң Яҡутов паркындағы күлдә «морж»дар һаулығын нығыта

Бергәләп йөҙөргә «морж»дар ғәҙәттә шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә сәғәт ун икелә йыйыла. Боҙло һыуға төшөр алдынан улар тәүҙә күнекмә эшләй. «Аҡ шәшке» клубына йөрөүселәрҙең иң кесеһенә бер йәш тә юҡ, иң оло «морж»ға 78 йәш. Өлкәндәр әйтеүенсә, улар тап ҡышҡы йөҙөү ярҙамында һаулығын нығытҡан. Организм үҙен үҙе дауалай башлай, тип билдәләй, һыуыҡ һыу менән сыныҡҡандар

75 йәштәмен инде. Туҡһанынсы йылдарҙан бирле ҡышҡы йөҙөү менән шөғөлләнәм. Егерме градус һыуыҡ булһынмы, утыҙмы- барыбер һыуға сумып сығабыҙ.

Алевтина Иванова

Клуб ағзалары һыуҙан сыҡҡас бергә сәй эсә. Команда ил буйынса уҙғарылған ярыштарҙа ла ҡатнаша. Клубҡа теләгән һәр кем ҡушыла ла. Йөҙөү түләүле. Кейем алыштырыу, бергә йыйылып ултырыу, йылыныу өсөн уңайлыҡтар булдырылған.

Һыуыҡ һыу организм өсөн ҙур көсөргәнеш. Һыуға төшөү менән кортизол гормоны бүленә, ҡан тамырҙары ҡыҫыла, сыҡҡас кире киңәйә. Бер нисә минут эсендә кәйеф тә күтәрелә. Бөтәһенә лә ҡағиҙәләрҙе өйрәтәбеҙ, беҙҙең бында ҡотҡарыусы ла эшләй.

Данил Бәшәров, Башҡортостандың Ҡышҡы йөҙөү федерацияһы рәйесе урынбаҫары