“Айыҡ ауыл” – йәмәғәт ойошмаһы булдырған төп проекттарҙың береһе. Конкурс йәмәғәтселектә ҙур хуплау тапты. “Ярыш халыҡты берләштерҙе”, - ти президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Айыҡ ауыл” конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 2019 йылда тергеҙелде. Ошо осорҙан башлап унда 3 меңдән ашыу ауыл, 30 мең самаһы активист һәм ирекмән ҡатнашты. Ярыштың маҡсаты айыҡ һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, халыҡты йәмәғәт тормошона йәлеп итеү һәм файҙалы эштәр башҡарыу. Былтыр Стратегик башланғыстар агентлығы “Айыҡ ауыл” конкурсын “Яңы дәүер өсөн көслө фекерҙәр” иҫәбенә индерҙе. “Айыҡ ауыл” ярышы менән ил төбәктәрендә йәшәүселәр ҡыҙыҡһына. “Йәмәғәтселәр алып барған эш һөҙөмәһендә хәмер менән ағыуланыу осраҡтары кәмене” – ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт"Айыҡ ауыл" конкурсы киләһе йылда ла үтә.