Рәсәй президенты Владимир Путин 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итте. “Башҡортостан өсөн был тема айырыуса яҡын. Республикала 100-ҙән ашыу милләт дуҫ һәм татыу йәшәй. Беҙ бай күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙең, ҡаҙаныштарыбыҙҙың таянысы булған берҙәмлекте ҡәҙерләйбеҙ. Киләһе йылда Башҡортостан Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итергә әҙерләнә. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерәм. Республика хөкүмәтенә ошо мөһим форумды яҡшы итеп ойоштороу һәм үткәреү бурысы йөкмәтәм”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.