Йылайыр халҡы сифатлы һыу менән тәьмин ителә

Район үҙәгендә һыу үткәргесенә капиталь ремонт яһалған.  2 километрға яҡын тимер торбалар полиэтиленға алмаштырылған, 21 ҡоҙоҡ төҙөкләндерелгән. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса башҡарылған, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-Коммуналь хужалығы министрлығынан.