Башҡортостанда ҡотороу сире асыҡланды

Иглин районы Күҙәй ауылында карантин индерелде. Республика башлығы тейешле указға ҡул ҡуйған. Сикләү ваҡытында был биләмәгә мал индереү һәм сығарыу тыйыла. Ауылда вакцинация уҙғарыла. Ветеринария буйынса дәүләт комитеты сир сәбәптәрен асыҡлай, уның таралыуына юл ҡуймау өсөн саралар күрә.