Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса проект ғәмәлгә ашырыла. -Тәүҙә 4 биләмә булды, быйыл проектта ҡатнашыусы муниципалитеттар 15-кә еткерелде. Прибор ашығыс хеҙмәттәргә ут сығыуы тураһында хәбәр ебәрә, шулай уҡ яҡындар һәм күршеләр иҫкәртелә. Заманса ҡоролмала бер юлы алты номер буйынса автомат тәртиптә шылтырыу мөмкинлеге ҡаралған. Быйыл республикала 7 мең 100-ҙән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән. 182 кешенең, шул иҫәптән 12 баланың ғүмере өҙөлгән.