116 мең кеше тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнгән

"Санитар оборонаға әҙер". Республика хөкүмәтендә шулай тип аталған мәғариф комплексын ғәмәлгә ашырыу ҡаралды. Төп маҡсаты - ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тәүге ярҙам күрһәтеүгә өйрәтеү. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, бөгөнгө шарттарҙа был айырыуса  көнүҙәк. Курстар 9 медицина ойошмаһында, шулай уҡ дәүләт учреждениеларында ойошторолған. Уларҙа 116 мең кеше ҡатнашҡан. Республикала 5 меңдән ашыу тәүге ярҙам күрһәтеү инструкторы әҙерләнгән. Был проект киләһе йылда ла ғәмәлгә ашырыласаҡ.