19 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә Рәсәй президенты Владимир Путин тура эфирҙа йыл йомғаҡтарын барлай

Дәүләт башлығына һорауҙарҙы һәр кем программа тамамланғанға тиклем ебәрә ала. Бөгөнгә 750 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Һорауҙар йыш ҡына телефон аша килә, икенсе урында - «MAX» мессенджерындағы чат-бот. Шул иҫәптән видеояҙмалар ҙа ебәрелә. Һорауҙарҙы эшкәртеүҙә яһалма интеллект ҡулланыла. Мөрәжәғәттәрҙең темалары йылдан-йыл үҙгәрмәй тиерлек. Һәр бишенсеһе социаль сәйәсәткә ҡағыла. Торлаҡ, инфраструктура һәм иҡтисад өлкәләре лә популяр темалар араһында. Башҡаларҙан күберәк һорауҙарҙы 65 йәштән өлкәндәр бирә. Дәүләт башлығына экранда күрһәтелгән QR-код, рәсми сайт, ҡыҙыу линия телефоны буйынса, шулай уҡ 0-40-40 һандарына SMS йәки MMS ебәрергә мөмкин. Мөрәжәғәттәрҙе «Однокласники», «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендәге рәсми берләшмәләр аша һәм тәүге тапҡыр Рәсәйҙең Мах мессенджеры ярҙамында бирергә була. Быйыл да Владимир Путин менән тура бәйләнештә Башҡортостандан 5 киң мәғлүмәт сараһы вәкиле ҡатнаша.