Талантлы йәштәр баш ҡаланың алдынғы юғары уҡыу йорттарында белем ала. Егет-ҡыҙҙарҙың һорауҙарына Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова яуап бирҙе. Аралашыу барышында йәмғиәттә уҡытыусыларҙың һәм мәғарифтың роле, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың дәүләт хеҙмәтендә ҡатнашыуы һәм карьера үҫеше мәсьәләләре күтәрелде. Студенттар өсөн бындай осрашыуҙар федераль парламент эше менән туранан-тура танышырға һәм һөнәри үҫеш буйынса практик кәңәштәр алырға мөмкинлек бирә.