12 декабрь - Рәсәй констиутцияһы көнө. Радий Хәбиров ошо уңайҙан Башҡортостан халҡын ҡотланы. Илдең төп законы граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иркен, беҙҙең ҡиммәттәрҙе яҡлай. Лайыҡлы тормош һәм үҫеш өсөн мөмкинлектәр аса. Ул дәүләт тотороҡлоғон тәьмин итеүсе йәмғиәт ҡоролошоноң ныҡлы фундаменты. Барығыҙҙы ла ошо байрам менән тәбрик итәм. Бар Рәсәй халҡы һәм илебеҙҙең сәскә атыуын теләйем, тигән республика башлығы социаль селтәрҙәрендә.