Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бәләғә тарыған граждандарҙы ҡотҡарыусы балаларҙы, өлкәндәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләне. Янғын ваҡытында йәки һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарыусыларға миҙалдар һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләгән журналистар ҙа билдәләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Әлшәй районы Раевка ауылында Таһир Йәмәлиев янғын ваҡытында баланың ғүмерен ҡотҡарған. Ул ут ялмап алған йорттан ике йәшлек ҡыҙҙы тәҙрә аша сығарған. Хәүефле минуттарҙа егет үҙенең ғүмере тураһында уйлап тормаған. Таһир Йәмәлиев һәм башҡа ҡыйыу граждандар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан бүләкләнде.
Уттан, һыуҙан һәм башҡа бәләнән башҡа кешеләрҙе ҡотҡарыусылар араһында ҡыйыу балалар ҙа бар. «Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо» тантанаһында ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарын иҫкәртеүсе журналистарҙың проекттары билдәләнде.
Фестиваль сиктәрендә тәжрибәле ҡотҡарыусылар ҙа бүләкләнде. «Һөнәрендә иң яҡшыһы» исемлеген бер нисә янғын һүндереүсе тулыландырҙы. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте, батырлығы менән төбәктә тиҫтәләгән кешенең ғүмере ҡотҡарылған.
Ф.Миһранова