Ауырғазы районы Бишҡайын ауылында яугирҙар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды

Хәтер мәңгелек. Ауырғазы районы Бишҡайын ауылында хәрби бәрелештәрҙә һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды. Скульптура «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһы сиктәрендә ҡуйылды. Тантанала БЮТ ижади төркөмө лә булып, Ватан һаҡсыларының яҡындары менән аралашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Һәр геройға - мемориаль таҡтаташ. Ауырғазы районы Бишҡайын ауылында йәшәүселәр башланғысы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ҡаһармандарса һәләк булған яугирҙарҙың исемдәре мәңгеләштерелде. Еңеү скверында асылған монументаль композицияла иһә Ватан һаҡсыһының ҡыйыу һәм ҡурҡыу белмәҫ образы сағылыш тапҡан.

Скульптура хәрби бәрелештәрҙә, локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан ҡаһарман яҡташтарҙың батырлығын да күрһәтә. Тантаналы сарала ҡатнашыусылар уҙған быуат һәм заман геройҙарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Монументаль композицияны асыу башланғысы менән ауыл хакимиәте етәкселеге сыҡҡан, проект халыҡта хуплау табып, бер йыл эсендә урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса тормошҡа ашырылған.

Былтыр Бишҡайын ауылы мәктәбе алдында ла махсу с хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың исемдәре мәңгеләштерелгәйне. Елена менән Владимир Савельевтар ғаиләһе һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән улдарын һәм яҡташ яугирҙарҙың хәрби юлы тураһында материалдар туплаған, белем усағында Герой парталары асылған. Район хакимиәте ауыл халҡының алғы һыҙыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙә лә әүҙем, берҙәм булыуын билдәләй.

Тиҙҙән мемориаль комплекс биләмәһе яңы ҡойма менән уратып алынасаҡ, төҙөкләндереү эштәре бының менән генә сикләнмәй. Ауыл халҡы үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында эргәләге хоккей майҙансығын да республика программаһы буйынса яңыртырға иҫәп тота.

Гөлназ Хәйбуллина