Рәмил Баҙамшин Шаран районы мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты менән сығыш яһаны

Бөгөн билдәле бард-йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшин Шаран районы мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты менән сығыш яһаны. Хәрби-патриотик концерт программаһы махус хәрби операция геройҙарына ярҙам йөҙөнән ойошторолдо. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар концертҡа Пушкин картаһы буйынса инә алды. Сәхнәнән махсус хәрби операция геройҙарының батырлығын һәм Тыуған илде, ғаилә ҡиммәттәрен данлаған йырҙар яңғыраны.

Яҡташтарым менән осрашыуға бик шатмын. Махсус хәрби операция биләмәһендә мин төрлө частарҙа булып, егеттәргә тыуған яҡ сәләмен еткерергә тырышам. Үҙ сиратында яугирҙар мине яңы йырҙарға илһамландыра. Бөгөн мин уларҙы тамашасыларға тәҡдим иттем.

Рәмил Баҙамшин, бард-йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

5 декабрҙә ошо уҡ сәхнәлә район мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ла тамашасыларға хәйриә концерты тәҡдим иткән булған. Бынан тыш, хәйриә концерттары райондың Дүртөйлө, Баҙғыя, Түбәнге Ташлы һәм Мичурин ауыл биләмәләрендә лә үткән. Һөҙөмтәлә барлыҡ концерттарҙан, шул иҫәптән Рәмил Баҙамшиндың сығышынан 500 мең һум күләмендә ярҙам йыйылған. Был аҡса яугирҙарға төрлө кәрәк-яраҡтар алыуға тотоноласаҡ.

Концерт бик оҡшаны. Беҙ йырҙар тыңлап ҡына ҡалманыҡ, махсус хәрби операция геройҙары тураһында күп мәғлүмәт белдек. Бындай осрашыуҙарҙа киләсәктә лә ҡатнашырға теләйем.

Артур Ибәтуллин, Шаран ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы