Әбйәлил районындағы «Салауат» ятҡылығына күҙәтеү советы ағзаларының эш сәфәре

Уны Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев үҙе етәкләне. Яңы ресурстар эҙләү барышы ҡәнғәтләнерлекме, экологияға тәьҫире нисек? Эксперттар һәм геология белгестәре фекерен БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Быраулау-разведка эштәрен башҡарыу һыҙатына үтер алдынан күҙәтеү советы ағзалары, эксперттар һәм журналистарҙан торған төркөмгә предприятие етәксеһе техник хәүефһеҙлек хаҡында инструктаж үткәрҙе.

Ниәттәрҙең аҙағы хәйерле була Беренсе көндән үк ышана инем был предприятиеның беҙгә инеүенә.Беҙ ҡулға-ҡул тотоношоп социаль обьекттар төҙөйбөҙ.Яңы уҡыу йылына Михайловкала спортзал буласаҡ.

Айрат Әминев, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы, күҙәтеү советы рәйесе

Ҡайһы бер участоктарҙа урман тейелмәгән, ә эҙләү-баһалау эштәре тәғәйен нөктәләрҙә генә үтәлгән. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге 200 гектар майҙанда башҡарылған эштәргә асыҡлыҡ индерҙе.

Бырауланыҡ, кент сығарҙыҡ, хеҙер ул лаборатор анализ үтә, бында рекультивация үткән, табличкала яҙылған скважиның гомеры, тәрәнлеге һәм нисәнсе йылда бырауланғаны.

Таһир Бәхтигәрәев, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе

Таусыларҙың быраулау скважиналарын һүткәндән һуң өлгөлө биҙәлеш үткәрелеүенән, скважинаның ауыш позицияһын аныҡ билдәләүҙәренән ҡәнәғәтмен.Уларға ер аҫты һыуҙары режимын нейтралләштереү өсөн инерт матдә тултырылған

Владимир Никонов, Өфө фән һәм технологиялар университетының геология кафедраһы мөдире, геология-минералогия фәндәре кандидаты

Күҙәтеү советы ағзалары быраулау эштәрен башлау шаһиты ла. Ҡыҫҡы ғына ваҡыт эсендә быраулау-разведка эштәре һыҙатында 35 скважина бырауланған, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 15 мең метр тәшкил итә.

Беҙ йәй башында геологик-разведка эштәре барышын күҙәткәйнек. Әлеге ваҡытта барлыҡ скважинаның да быраулағандан һуң томаланғанын күрәбеҙ.Был эштәр дәүләт стандарттарына ярашлы башҡарылған.

Морат Шафиҡов, Башҡортостандың «Экологик контроль» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, «Халыҡ фронты» төбәк штабы рәйестәше

Теүәл 55 йыл элек Салауат ятҡылығында разведка эштәре башҡарылған. Ул ваҡыттағы технологиялар менән хәҙергеһе араһында айырма ер менән күк араһы. Иҡтисади шарттар ҙа башҡасараҡ. Бөгөнгө ысынбарлыҡта баҡырға хаҡ бер-нисә тапҡырға юғарыраҡ. Ул илебеҙгә стратегик сеймал булараҡ та әһәмиәтле, экологияға зыян килтермәй , тип билдәләй белгестәр.

Ғилми фараздар буйынса бындағы рудала сульфидтар өҫтөнлөк итә, көкөрт күләме бик аҙ миҡдарҙа, экологияға зыяны юҡ.

Владимир Никонов, Өфө фән һәм технологиялар университетының геология кафедраһы мөдире, геология-минералогия фәндәре кандидаты

«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Башҡортостан урман жужалығы министрлығы менән геологик -разведка эштәрен үткәреү буйынса өс аренда килешеүе төҙөгән.Ҡырҡылған урман һәм ағас иҫәпкә алынып Рәсәй мөлкәт министрлығы аша һатыуға ҡуйылған. Ә ҡырҡылған урман урынына яңыһын тергеҙеү 2026 йылға планлаштырылған.

Республиканың урман ҡануниәтенә ярашлы, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте киләһе йылдан ҡырҡылған майҙандар күләмендә ағастарҙы тергеҙергә тейеш.Урманды ултыртҡандан һуң өс йыл дауамында тәрбиәләргә, ә ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәрҙе күсереп ултыртырға тура килгән осраҡта улар хаҡында ла хәстәрлек күрергә бурыслы.

Альберт Закиров, Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары

Күҙәтеү советына ингән төркөмдәге белгестәр геологик-разведкалау эшендә экологияға кире тәьҫир иткән факттарҙы асыҡламаны. Социаль яуаплы «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ятҡылыҡтағы эшмәкәрлеген бер төптән дәүләт стандарттарына яуап бирә тип баһаланы.

Быраулау-разведка эштәре һыҙатында «Саоауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 7,5 гектар майҙанда рекультивация эштәрен башҡарған, Ҡырҡылған ағастарҙы подрядсы ойошма аукцион ярҙамында һатып алған. Әлеге ваҡытта улар Белоретҡа оҙатыла.

Гүзәл Борханова