Өфөлә киберхәүефһеҙлек тураһындағы видеороликтар конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашлығында үткән сара БСТ телеканалы һәм Рәсәй банкының Башҡортостандағы бүлексәһе менән берлектә ойошторолған. Конкурсҡа йәмғеһе дүрт тиҫтәнән ашыу эш ҡабул ителгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы баһалама ағзалары тарафынан ентекле ҡаралған. Еңеүсе тип Өфө тармаҡ технологиялары колледжының студенттар командаһы танылды. Әйткәндәй, ижади эштәр Яңы йыл каникулында республиканың төп телеканалы эфирында күрһәтеләсәк.

Киберхәүефһеҙлек бөгөнгө көндөң көнүҙәк проблемаларының береһе. Ҡыҙғанысҡа, өлкәндәр генә түгел, йәштәр ҙә мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Үҫмерҙәр үҙенең бер ҡатлылығы менән дроппер булып китә. Әлеге конкурс ниндәйҙер кимәлдә үҙ маҡсатына ирешкәндер тигән фекерҙә ҡалам.

Марат Кашапов, Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе - Милли банк идарасыһы