ӨФӨТУ-ның яңы мәғариф майҙансығында республикала тәүге киберполигон асылды

«Һанлы спецназ». Өфө фән һәм технологиялар университетының яңы мәғариф майҙансығында республикала тәүге киберполигон асылды. Заманса виртуаль лаборатория майҙанында кибератакаларға ҡаршы тороу өсөн махсус ғәмәли белем алырға мөмкин. Виртуаль лаборатория дәүләт һәм шәхси эшҡыуарлыҡ партнерлығы ярҙамында булдырылған.

Кибер полигондың ҡыҙыл залында студенттар һәм төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре күршеләге зәңгәр залдан ағылған реаль кибер атакаларға ҡаршы тороу моделдәрен өйрәнә. Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге йүнәлеше буйынса белем алыусылар туплаған белемдәрен ҡулланып, кибер хәүеф янаған осраҡта тейешле ҡарарҙар ҡабул итәсәк, һөнәри компетецияларын үҫтерәсәк. «Һанлы спецназ» тип аталған яңы быуын белгестәре Башҡортостан халҡының, предприятиеларның мәғлүмәт именлеген тәьмин итеүҙә ҙур көс.