Проекттың «Балаларға иң яҡшыһы» төбәк программаһы сиктәрендә хеҙмәт , хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау кабинеттары йыһазландырыла. Был тәңгәлдә республика илдә дүртенсе Һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
Лазер станогы, шлифовкалау машинкаһы һәм башҡа яңы инструменттар Өфөләге 110 -сы мәктәптең хеҙмәт кабинеты өсөн августа килтерелгән. Ҡалала үҫкән егеттәр өсөн был дәрес бигерәк тә ҡыҙыҡлы. Сөнки ҡул эштәренә өйрәнергә була. Яңы ҡорамалдар менән эшләү заман талабы ти хеҙмәт уҡытыусыһы.
Яңы теген машинкаһында Мәҙинә күлдәк тегә.Ҡыҙҙар ҙа хеҙмәт дәресен көтөп ала. Бында улар үҙҙәренә оҡшаған кейемде тегергә, бешерергә, өй интерьерын биҙәргә өйрәнә.
Противогаздар, мылтыҡ, жгут .. Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау кабинеты ла программаға ярашлы яңыса йыһазландырылған. Уҡыусылар ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында нисек үҙен тоторға, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнә.
«Йәштәр һәм балалар» милли проекты уҡыусыларҙың һәләтен асыҡлауға һәм үҫтереүгә, һөнәри йүнәлеш биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Милли проект сиктәрендә 2025 йылда төбәктә 711 мәктәптә Хеҙмәт һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре буйынса уҡыу кабинеттары йыһазландырылған. 2026 йылда республиканың 879 белем усағының һынлы сәнғәт, музыка һәм физика кабинеттарына яңы ҡорамалдар һатып алынасаҡ.
Рәмилә Исмәғилева