Өфөнән «Лики» театры Волга буйы федераль округы фестивалендә сығыш яһай

«Башҡортостан» дәүләт концерт залының ижади төркөмө һайлап алыу туры аша үткән икенсе коллектив. Балалар араһындағы номинацияға Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «Этюд» вокал-театр оҫтаханаһы ла дәғүә итә. Улар «Волга буйы театры» балалар һәм йәштәр театр коллективтарының VII миҙгелендә ҡатнашасаҡ. Артабан БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин һөйләй.

Тыуған илдең сикһеҙ киңлектәре буйлап оҙайлы көндәр, аҙналар, айҙар эвакуация эшелоны елә. Вагондар завод станоктары, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар һәм балалар менән тулы. Һәр ҡайһыһының үҙ характеры, үҙ тарихы, үҙ хәтирәләре. Спектакль Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан сәхнәләштерелгән. Быйыл үҙенең биш йыллығын билдәләгән ижади коллектив актерҙары өсөн әҫәр еңелдән бирелмәгән.

«Лики» театры Михаил Рощиндың «Эшелон» әҫәре менән «Волга буйы театры» фестивалендә ҡатнашырға иҫәп тота. Ойоштороусылар билдәләүенсә, быйыл конкурсанттар һаны буйынса рекордлы йыл булған. Республика район-ҡалаларынан ғына 120-нән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Улар төрлө театр сәнғәте жанрҙарын тәҡдим иткән. «Башҡортостан» дәүләт концерт залының ижади коллективы иһә трагик драманы һайлаған. Улар фестивалдең «Йәштәр спектакле» номинацияһына дәғүә итә.

«Волга буйы театрҙары» йәмәғәт проекты 2019 йылдан Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле тәҡдиме менән үткәрелә. Мәҙәни проект йәштәрҙе театр донъяһына ылыҡтырыу, әҡлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе формалаштырыу маҡсатын ҡуя.

Азат Ғәлиуллин