БДМУ табиптары, пациенттары һәм студенттары араһында мини футбол буйынса ярыш үтте

Башҡорт дәүләт медицина университетында табиптар, пациенттар һәм студенттар араһында мини футбол буйынса ярыш үтте. Уны юғары уҡыу йорто «Нефро-лига» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә уҙғарҙы. Турнир трансплантация буйынса операция кисергән пациенттарҙы дәртләндереү, уларҙы ябай тормошҡа ҡайтарыу маҡсатында үтә.

Мини футболда быйыл Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары һәм пациенттар командаһы уйнаны. Турнир беренсе тапҡыр 2019 йылда үткәйне, йылдан-йыл ҡатнашырға теләүселәр арта, ти ойоштороусылар. Әйткәндәй, быйыл йәй Өфөлә органдарҙы күсереп ултыртыу операцияһын кисергәндәр һәм диализ пациенттары өсөн ярыштар ойошторолғайны. 12 дисциплинала 140 кешенән ашыу кеше көс һынаған. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай ҡатнашыусыларҙы Паралимпия спортсыларына тиңләү буйынса эш алып барыла.