Санкт-Петербургта фәнни-ғәмәли конференция үтте. Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдә геопарктар булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, тап беҙҙең төбәк Рәсәйҙә ЮНЕСКО проекттарын ғәмәлгә ашырыу флагманы булып тора. Беҙҙең илдә ике геопарк ЮНЕСКОның глобаль селтәренә ингән. Уларҙың икеһе лә - "Янғантау" һәм "Торатау" Башҡортостанда урынлашҡан.