Өфөнөң Дим районы паркы Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының абруйлы наградаһына лайыҡ булды

Өфөнөң Дим районы паркы Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының абруйлы наградаһына лайыҡ булды. 2023 йылда асылған йәмәғәт урыны Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты тормошҡа ашырған проекттарҙың береһе, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә. Объект асылғас та паркта эш туҡтаманы. Институт хеҙмәткәрҙәре яңыртылған урындың үҫмерҙәр тормошона, уларҙың районға ҡарата мөнәсәбәте үҙгәреүенә йоғонто яһауын тикшерә. Тап ошо рәүешле Өфөлә йәштәрҙе ылыҡтырып торған заманса скет-парк барлыҡҡа килде. Йәмәғәт урындарын төҙөкләндереп кенә ҡалмай, уларҙы мәғәнә, яңы функциялар менән байытыу беҙҙең төп маҡсат, тип билдәләгән төбәк башлығы.