Киңәйтелгән ултырышта төбәк һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, депутаттар, йәмәғәт активистары, коммерция булмаған ойошма етәкселәре ҡатнашты. Дүрт сәғәтлек марафон форматында ойошторолған эшлекле программала «2030 йылға ҡараш», «PRO диалог» оҫталыҡ дәресе лә уҙғарылды. Төбәктең Йәмәғәт палатаһы менән республика башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Шулай уҡ «Социаль проектлау» курсын тамамлаусыларға сертификаттар тапшырылды.
Сара наградалар тапшырыу менән дауам итте. Башҡортостандың граждандар йәмғиәте һәм коммерция булмаған секторҙың үҫешенә индергән өлөшө өсөн бер төркөм белгестәр төбәк башлығының рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде. Шулай уҡ беренсе тапҡыр «Изгелек тулҡынында» йәмәғәт премияһы еңеүселәре бүләкләнде.