«Башҡорт йәштәре» фестивале Өфөлә ете йәҙҙән ашыу йәштәрҙе бер майҙанға йыйҙы

Йәштәр ойошмаһының 35 йыллығына әҙерлек сиктәрендә уҙғарылған тантанала «Йәштәр ваҡыты» республика премияһы лауреаттары тәбрикләнде. Премияға Башҡоростандың креатив, әүҙем йәштәренән 300-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Эксперттар улар араһынан 19 номинантты бүләкләне.