Йыл башынан республиканан 600 мең тоннанан ашыу иген оҙатылған. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, күләм 2024 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, бер ярым тапҡырға күберәк. Айырыуса, Башҡортостан бойҙайына, арпа менән көнбағышҡа ихтыяж ҙур
Шулай уҡ йыл башынан сит илдәргә Башҡортостандан 200 мең тоннанан ашыу ауыл хужалығы продукцияһынан бойҙай һәм етен культуралары оҙатылған. Төп импортёрҙарҙан Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Белоруссия һәм Ҡытай кеүек йәмғеһе 18 дәүләт инә. Германия, Латвия, Марокко һәм Төркмәнстан партнерҙары тарафынан да Башҡортостан продукцияһы ҙур һорау менән файҙалана.