Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханыһында «Мин нисек тәүге китабымды сығарҙым?..» тип исемләнгән осрашыу үтте. Кисә ижадсылар өсөн ысын оҫталыҡ майҙанына әйләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханыһында «Мин нисек тәүге китабымды сығарҙым?..» тип исемләнгән осрашыу үтте. Кисә ижадсылар өсөн ысын оҫталыҡ майҙанына әйләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Китап сығарыу еңелме? Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләп килгән «Йәнгүҙәй» әҙәби ижад берекмәһенең сираттағы ултырышы ошо темаға арналды. Унда эшҡыуар-нәшерсе Айбулат Уразбахтин, һәм билдәле яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева ҡатнашты.
Райондың ҡәләм тирбәтеүселәре бихисап. Улар араһында мәғариф ветераны Хазина Исҡужина ла бар. Тәжрибәле уҡытыусы һуң ғына яҙышыу эшенә тотонһа ла ижад емештәре етерлек.
Китап сығарыу еңел һәм тиҙ башҡарыла торған эш түгел. Башта бик күп тейешле тикшереүҙәр, мәшәҡәттәр аша үтәһең. Иң мөһиме-ул уҡымлы, хаталарһыҙ булһын. «Йәнгүҙәй»ҙәрҙең дә әҫәрҙәрен үҙ итеп, яратып уҡыусылар булыуы уларға дәрт өҫтәй, ҡулдарына тағы ла ҡәләм алырға этәрә.
Рүзилә Ғүмәрова