Республика мәктәптәрендә телестудиялар алты йыл элек «Башҡортостан дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә булдырылды. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләгән интенсив-тренинг, медиаконтент булдырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, йөҙҙәрсә видеояҙмалар һәм айырым тапшырыуҙар төшөрөлә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йыл дауамында республиканың төп телеканалы менән хеҙмәттәшлек иткән йәш хәбәрселәр, оператор һәм дә ҡораусылар үҙенсә, креатив ҡараш аша тарихта эҙ ҡалдыра. Улар мәктәп уҡыусыһы ғына булыуға ҡарамаҫтан, даими рәүештә үҙ төбәгендәге хәл-ваҡиғаларҙы БСТ, «Тамыр» телеканалдары аша яҡтырта. Һәм бөгөн лайыҡлылар ҡыҙыл келәмдән үтте.
Тантанала махсус номинациялар менән бергә, йылдың иң яҡшы хәбәрсеһе, оператор-ҡораусыһы ла айырым бүләкләнде. Быйыл беренсе урында Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының «Арғымаҡ» медиастудияһы яуланы.
«Тамыр селтәре» медиафестивале «Башҡортостан дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә алтынсы йыл ойошторола. Республика мәктәптәре менән алып барылған бәйләнеш-башҡорт телен үҫтереүҙә һәм өйрәнеүҙә ҙур ижади майҙансыҡ булып тора.
Азат Ғәлиуллин