Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксуриндың ижад кисәһе үтте. Сағыу темпераментҡа һәм юғары башҡарыу оҫталығына эйә музыкант Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле. Соло музыкаль проекттары менән тамашасы һөйөүен яулаған Азат Биксурин ижади экваторында репертуарының иң уңышлы композицияларын тәҡдим итте.
Ҡурайсының репертуарын-башҡорт халыҡ көйҙәре, классик һәм хәҙерге заман композиторҙарының популяр музыкаль әҫәрҙәре тәшкил итә. Улар юбилей кисәһендә Башҡортостандың Милли уйын ҡоралдары оркестры, билдәле башҡорт эстрадаһы йырсылары менән берлектә яңғыраны. Телевизион вариантҡа төшөрөлгән концерт программаһын республиканың төп телеканалы эфирында ҡарарға мөмкин буласаҡ.