Республика хөкүмәтендә муниципалитеттарҙа инвестиция эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре барланды. Беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, Өфө ҡалаһында яҡшы һөҙөмтәләр теркәлгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда 26 миллиард һумға күберәк аҡса йәлеп ителгән. Хәйбулла районында, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта ла күрһәткестәр ыңғай. Хөкүмәттә билдәләнеүенсә, шәхси инвестиция, шулай уҡ ҙур һәм бәләкәй предприятиелар иғәнәләре буйынса яҡшы һөҙөмтәгә ирешелгән.